Эйлестан
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
2 Октябрь 2018, 17:30

Ғаилә өсөн ял

Мәсәғүт ауылының ”Анастасия” кинотеатрында “Ата-әсә булыу ғилеме” тип исемләнгән Ғаилә ялы уҙҙы. Ата-әсәләрҙе һәм кескәйҙәрҙе йыйған сараны “Ғаилә” район-ара ғаиләгә социаль ярҙам күрһәтеү үҙәге хеҙмәткәрҙәре ойошторҙо.

Фойела кескәйҙәр өсөн методист Римма Һөйәрғолова, социаль педагог Ольга Саянова, социаль приют психологы Марина Байышева, приют тәрбиәсеһе Дарья Парфенова, “Ғаилә” үҙәгенең ғаилә менән эшләү бүлеге белгесе Зифа Әхмәҙуллина бармаҡ уйындары, пластилиндан һындар әүәләү, төҫлө ҡәләм, буяуҙар менән һүрәт төшөрөү, ҡомло таҡтала һүрәт эшләү, пазлдар төҙөү, өҫтәл уйындарын буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе. “Ғаилә” үәҙеге психологы Наталья Усова төрлө һорауҙар буйынса консультация бирҙе.
Кескәйҙәр үҫештереүсе уйындар уйнап, “Мадагаскар” уйын бүлмәһендә күңел асҡансы ата-әсәләр тәрбиәүи лекциялар тыңланы. Тәрбиәселәр, педагогтар Надежда Сәлимова, Лиана Ишмөхәмәтова, Ольга Теплых, Эльвира Зияева балалар баҡсаһына адаптация, мәктәпкә әҙерлек, хәтерҙе яҡшыртыу өсөн уйындар, баланы белем алыуға дәртләндереү, ата-әсә һәм бала мөнәсәбәттәре темаларына лекциялар һөйләне. Мәсғүт педагогия колледжы уҡытыусыһы Венера Мозафина сара һөҙөмтәләрен барланы. Бар лекторҙар ҙа “Ғаилә” район-ара үҙәгенең Почет грамоталары менән бүләкләнде. Сарала 48 ғаилә күңелле һәм файҙалы ял итте.
Р. Иштуғанова.
Дыуан районы.
Автор фотоһы.
Читайте нас: