Бында туристар өсөн туҡталҡа һәм тирмә менән ял итеү урыны эшләнгән. Киләсәктә туристик йорттар һәм мунсалар төҙөү күҙаллана.
Балыҡсылыҡ фермаһының проект ҡеүәте – йылына 30 тонна бағыр балығы. Өҫтәмә йүнәлеш – Ләүзә йылғаһында ҡырағай йылға бағыры популяцияһын тергеҙеү һәм Йүрүҙән йылғаһында бәрҙе балығын популярлаштырыу.
Республиканың төньяҡ-көнсығыш биләмәһендә айырым ҡиммәтле балыҡ төрҙәрен үрсетеү буйынса бассейн-канал балыҡсылыҡ хужалыҡтарын үҫтереүгә йүнәлтелгән проектты ойоштороусылар планында – бағыр селбәрәһе үрсетеү өсөн ябыҡ етештереү циклына сығыу менән инкубатор төҙөү.