Эйлестан
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
8 Октябрь 2018, 16:15

Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе

15 октябрҙә Башҡортостанда йыл һайын уҙғарылған “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” республика конкурсы башлана.

Конкурста республика райондарынан һәм ҡалаларынан, шулай уҡ башҡорттар йәшәгән Рәсәй төбәктәренән һәм БДБ илдәренән йәмәғәтселәр, активистар һәм инициативалы профессиональ ҡатын-ҡыҙҙар ҡатнаша.
15 ғинуарға тиклем урындарҙа район һәм ҡала этаптарын уҙғарыу күҙаллана. 1 февралдән муниципаль этаптарҙа еңеүселәрҙе республика финалына һайлап алыу башлана. Бүләкләү тантанаһы менән финал сараһы 5 мартта үтә.
– Әле конкурс шарттары өҫтөндә эш бара. Элек 10 номинация булһа, хәҙер исемлек киңәйә, – тип хәбәр итте Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе Гөлнур Ҡолһарина. – Был юлы башта Йыйын (форум) уҙғарыу күҙаллана. Унда республикабыҙ тарихында күренекле башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарын хәтергә алырбыҙ. Һуңынан бүләкләү тантанаһы мәҙәни программа менән бергә була.
Өсөнсө “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” республика конкурсы финалы Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арнала. Конкурс еңеүселәренә Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары берләшмәһе ойошторған Рабиға Ҡушаева исемендәге миҙал тапшырыла.
Читайте нас: