Эйлестан
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
8 Октябрь 2018, 16:18

Балалар баҡсалары төҙөлә

Башҡортостанда ике йылда 17 яңы мәктәпкәсә учреждение төҙөләсәк. Был маҡсатҡа 1 миллиард 300 миллион һум бүленгән. Балалар баҡсаларын Мәсетле, Салауат, Краснокама, Борай, Саҡмағош, Белорет, Ейәнсура, Өфө райондарында, шулай уҡ Өфө, Стәрлетамаҡ, Бәләбәй һәм Күмертау ҡалаларында һалыу күҙаллана.

— 2021 йылға тиклем өс йәшкә тиклемге балаларҙы тулыһынса мәктәпкәсә белем биреү менән тәьмин итергә тейешбеҙ. Был бик етди, амбициялы бурыс, әммә беҙ уны үтәй алабыҙ, — тип билдәләне республика мәғариф министрының беренсе урынбаҫары Илдар Мәүлетбирҙин. — Башҡортостан – иң төҙөгән республика. Ошондай һанда балалар баҡсаларын Рәсәйҙә бер нидәй субъект та төҙөмәй.
Өс йәштән ете йәшкәсә балаларҙы мәктәпкәсә белем биреү менән тәьмин итеү буйынса алдағы бурысты республика уңышлы атҡарҙы, тип хәтергә төшөрҙө министрҙың беренсе урынбаҫары.
Шулай уҡ Илдар Мәүлетбирҙин мәғариф учреждениеларын ремонтлауға йыл һайын өҫтәмә бер миллиард һум бүлергә ҡарар ителеүен өҫтәне.
Мәктәптәргә – яңы автобустар
Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов яңы мәктәп автобустары һатып алыуға бюджеттан 242 миллион һум республиканың Мәғариф министрлығына бүлергә бойорҙо.
Йыл аҙағына тиклем республика райондары 130 яңы автобус ала, шул иҫәптән балаларҙы йөрөтөү хәүефһеҙ булмаған иҫкергән техниканы алмаштыра.
Читайте нас: