Эйлестан
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
10 Октябрь 2018, 17:22

Һөләймәндәр өсөн тауыш бир

“Башҡортостандың иң матур ауылы” конкурсына 47 заявка килеүе хаҡында яҙып уҙғайныҡ. Жюри ағзалары бар заявкаларҙы ҡарағандан һуң, 20 иң яҡшы ауылды билдәләп тауыш биреүгә сығарҙы. Улар араһында Мәсетле районы Һөләймән ауылы ла бар.

Бер ай дауамында финалистарҙың видео яҙмалары БСТ каналының “Сәләм” тапшырыуында күрһәтелде. 9 октябрҙән 19-наса халыҡтың тауыш биреүе ярҙамында биш ауыл һайланып алынасаҡ. Тауыш биреү ҡағиҙәләренә килгәндә, 100 билдә бер балл булып иҫәпләнәсәк. 22-26 октябрҙә комииссия ултырышында жюри ағзалары финалға уҙған биш ауылға 1-5 балл ҡуйып еңеүсене билдәләйәсәк. Еңеүсе 26 октябрҙә иғлан ителәсәк.
Тауыш биреү bash.news сайтында бара, унда һәр кем ҡатнаша ала. Тәүлек әйләнәһенә бер кеше бер тапҡыр ғына тауыш бирә ала. Әүҙем булығыҙ, яҡташтар, мәсетлеләргә тауыш бирегеҙ!
Конкурс еңеүселәре дипломдар һәм аҡсалата премиялар менән бүләкләнәсәк. Беренсе урынға сыҡҡан ауылға “Башҡортостандың иң матур ауылы-2018” стелаһы ҡуйыласаҡ.
Читайте нас: