Эйлестан
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
10 Октябрь 2018, 17:23

“Йондоҙло”лар иң шәбе

Күптән түгел Өфөлә студент педагогик отрядтары вожатыйҙарының республика конкурсы уҙҙы. Сарала ҡатнашҡан ете отряд араһында Мәсәғүт педагогия колледжының “Йондоҙло” отряды беренсе урын яуланы.

Отряд составында вожатыйҙар Виктория Балчугова, Роберт Ғәлимов, Валера Швалев “Балалар өсөн сара”, “Залды ҡабыҙ”, “Методик конструктор”, “Тест” конкурстарында көстәрен һынаны. Отряд командиры Роберт Балаҡатай районынан, Валера менән Виктория Дыуандан. Улар барыһы ла башланғыс класстарҙа белем биреү бүлегенең 4-се курс студенттары.
6-8 октябрҙә Роберт менән Валера Пенза ҡалаһында уҙған Волга буйы федераль округы буйынса педагогик студент отрядтары конкурсында республика намыҫын яҡланы. Егеттәр ун бер команда араһында лайыҡлы сығыш яһап бишенсе урын алып ҡайтты. Афарин!
Р. Иштуғанова.
Дыуан районы.
Читайте нас: