Документ Кремлдең рәсми сайтында баҫылып сыҡҡан.
«Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Зәки улы Хәмитовтың вәкәләттәрен ваҡытынан алда туҡтатыу тураһында ғаризаһы менән бәйле һәм 1999 йылдың 6 октябрендәге «Рәсәй Федерацияһы субъекттарының закондар сығарыу (вәкәләтле) һәм башҡарма дәүләт власы органдарын ойоштороуҙың дөйөм принциптары тураһында» 184-се Федераль закондың 19-се статьяһына ярашлы Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Зәки улы Хәмитовтың үҙ теләге буйынса отставкаға сығыуын ҡабул итергә, Радий Фәрит улы Хәбировты һайланған Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ҡабул иткәнгә тиклем Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы итеп тәғәйенләргә ҡарар итәм», — тиелгән документта.
Радий Фәрит улы Хәбиров 1964 йылдың 20 мартында Башҡорт АССР-ының Ишембай районы Һайран ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт университетының юридик факультетын тамамлаған. Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1981 йылда Ишембай машиналар эшләү заводында фрезерсы уҡыусыһы булып башлап.
1989-1992 йылдарҙа – Башҡорт дәүләт университетының юридик факультеты дәүләт хоҡуғы һәм совет төҙөлөшө кафедраһы ассистенты.
1994-2003 йылдарҙа – Башҡорт дәүләт университетының юридик факультеты өлкән уҡытыусыһы, доценты, деканы урынбаҫары, Хоҡуҡ институты директоры.
2003-2008 йылдарҙа – Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәте етәксеһе.
2008 йылда – Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышы һәм Рәсәй Федерация Президентының Эске сәйәсәт буйынса идаралығының сәйәси партиялары менән эш итеү департаменты директоры.
2009-2016 йылдарҙа – Рәсәй Федерацияһы Президентының Эске сәйәсәт буйынса идаралығы етәксеһе урынбаҫары.
2017-2018 йылдарҙа – Мәскәү өлкәһе Красногорск ҡала округы башлағы.
Юридик фәндәр кандидаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы.