Гүзәлиә – күп яҡлы шәхес. Башҡорт дәүләт университетының физика факультетының дүртенсе курсында белем ала. Уҡыу йортонда лидер, фәнни симпозиумдар инициаторы. Ижади шәхес булараҡ та төрлө конкурстарҙа әүҙем ҡатнаша. “Байыҡ” телевизион конкурсы еңеүсеһе, “Студент яҙы” фестиваленең Гран-при яулаусыһы. Бар яҡлап та һәләтле ҡыҙ яңылыҡтарҙы тиҙ үҙләштерегә әүәҫ, башҡаларға ярҙам итергә, яңынан-яңы үрҙәр яуларға әҙер. Гүзәлиә 12 йәшенән Линара Таһированың “Һылыукай – Bashkirian Beauty” студияһында шөғөлләнә. 2018 йылда “Һылыуҡай” республика гүзәллек бәйгеһендә ҡатнашып “Интернет һылыуҡайы” номинацияһында еңеү яуланы.
“Иң сибәр студент” конкурсында Гүзәлиә самауыр бейеүен башҡарып “Мисс нәзәҡәтлек” номинацияһына лайыҡ булды, шулай уҡ тамашасы һөйөүен яуланы.
Әйтеп үтер кәрәк, үткән йылда шул уҡ бәйгелә Салауат районы ҡыҙы Зөһрә Мөхәрәмова “Вице-мисс” титулын яулағайны. Күләмле сарала Башҡортостан һигеҙенсе тапҡыр ҡатнаша.