Ҡабул итеү барышында белем усаҡтарын ремонтлау, балаларҙы туҡландырыуҙы ойоштороу, БДИ-ға әҙерләнеү һәм үткәреү, шулай уҡ Ләүйылға ауылында яңы мәктәп төҙөү кеүек һорауҙар ҡаралды. Гөлназ Радмил ҡыҙы ҡайһы бер һорауҙарҙы урында хәл итһә, ҡайһыларын күҙәтеүгә алды.
Ҡабул итеүҙән һуң министр район мәктәптәре директорҙары менән әңгәмәләште. Осрашыу барышында Гөлназ Радмил ҡыҙы БР Мәғариф министрлығының яңы талаптары һәм перспективалы пландары менән таныштырҙы.
Эшмәкәрлек йүнәлештәре, белем биреүҙә һәм тәрбиәләүҙә ҡулланылған методик алымдар менән яҡындан танышыу маҡсатында Гөлназ Шафиҡова Үрге Ҡыйғы ауылы лицейында, балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендә, Дыуан күп профилле колледжы филиалында булды. Ул уҡыу кабинеттарын, лабораторияларҙы, етештереү биналарын, спорт залдарын, туҡланыу блоктарын һәм мәктәп яны участкаларын ҡараны.
Эш сәфәре һуңында министр белем биреү хеҙмәткәрҙәренә һөҙөмтәле эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе һәм эштәрендә уңыштар теләне.