Эйлестан
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
18 Октябрь 2018, 11:13

Ҡырымда өс көнлөк матәм

17 октябрҙә Ҡырымда Керчь политехник колледжында шартлау һәм атыш һөҙөмтәһендә 19 кеше һәләк булды, 50-гә яҡыны йәрәхәтләнде. Улар, башлыса, уҡыусылар.

18 йәшлек 4-се курс студенты Владислав Росляков тиҫтерҙәренә һәм уҡытыусыларына ут асҡан, теракт ҡылғандан һуң үҙ-үҙенә ҡул һалған. Үлтереү тураһында енәйәт эше ҡуҙғатылған, тикшереү бара. Әлеге мәлгә мәғлүмәт буйынса, студенттың бер ниндәй ҙә сәбәбе булмаған, ул ҡорал һәм ошоға оҡшаш ваҡиғалар менән мауыҡҡан.
Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Ҡырым Башлығы Сергей Аксёновҡа, Керчтағы политехник колледжында булған фажиғә менән бәйле ҡайғы уртаҡлашыуын белдереп, телеграмма ебәрҙе.
«Ҡот осҡос фажиғә тураһында хәбәр республика халҡының йөрәген һыҙлатты. Беҙ туғандаш Ҡырым халҡы менән бергә ҡайғы кисерәбеҙ. Һәләк булғандарҙың туғандарына һәм яҡындарына сабырлыҡ һәм рух ныҡлығы», – тиелә телеграммала.
Читайте нас: