Илдең хеҙмәт кодексына ярашлы, 4 ноябрь – Халыҡтар берҙәмлеге көнө – эшләмәгән байрам көнө. Быйыл байрам йәкшәмбегә тура килә, шуға ял көнө дүшәмбегә, 5 ноябргә, күсерелә. Шулай итеп, рәсәйҙәр 3, 4 һәм 5 ноябрь ял итә. Йома, 2 ноябрҙә, эш көнө ҡыҫҡармай, сөнки ул байрам алды көнө түгел. Йыллыҡ төп йәки йыллыҡ өҫтәмә түләүле отпуск биргәндә эшләмәгән байрам көнө отпусктың календарь көндәре иҫәбенә индерелмәй.