Үҙенсәлекле табышҡа “Тепловик” ЯСЙ-һының машинист-экскаваторсыһы С. Фәтихов юлыҡҡан. Район хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, был урынға археологтар саҡырылған. Мәсетле районы биләмәләрендә мамонт һөйәктәре табылып тора. 2015 йылда Абдулла ауылында хайуандың тештәре, 2017 йылда Иҫке Мишәр ауылында һөйәктәре табылды. Әле улар район тарих һәм тирә-яҡты өйрәнеү музейында һаҡлана.