Эйлестан
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
24 Октябрь 2018, 18:46

Табиптар кәрәк ауылға

Башҡортостанға 2230 табип етешмәй. Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рафаэль Яппаров республика Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә ошо хаҡта белдерҙе.

Төбәктә табиптар менән тәьмин ителеш Рәсәй күрһәткесенән 8 процентҡа түбән. Айырыуса ауыл ерендә кадрҙар менән тәьмин итеү мәсьәләһе киҫкен тора, унда табиптар менән тәьмин ителеш ҡалаларға ҡарағанда 2,5 тапҡырға аҙыраҡ. Бигерәк тә Балаҡатай, Хәйбулла, Иглин, Дәүләкән һәм Мишкә райондарында белгестәр етешмәй. Әйтәйек, Балаҡатай районына 21 табип кәрәк.
“Ауыл табибы” программаһы буйынса районға эшкә ҡайтҡан табиптар ауыл дауаханаларында биш йыл эшләгәндән һуң кире ҡалаға китә. Төп сәбәптәр — хеҙмәт хаҡының түбән булыуы һәм торлаҡ менән тәьмин итмәү. Рафаэль Яппаров һүҙҙәренсә, 200 белгес кенә район хакимиәттәре ярҙамында торлаҡ шарттарын яҡшырта алған.
Читайте нас: