Эйлестан
+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
26 Октябрь 2018, 17:45

Яңы йыл бүләктәренә – 1 миллион

Башҡортостандың Мәғариф министрлығы республика яңы йыл шыршыһында ҡатнашыусылар өсөн 493 мең 997 һумға 780 кондитер йыйылмаһы һәм 468 мең һумға 2019 йылдың символы булған 780 йомшаҡ уйынсыҡ һатып ала.

Татлы бүләктең ауырлығы 1000 грамдан кәм булмаҫҡа, кәнфиттең 37 төрө һалынырға, улар Яңы йыл посылкаһына оҡшатып, ҡалай ҡапҡа төрөлөргә, унда почта маркалары һүрәтләнергә тейеш.
Йомшаҡ уйынсыҡҡа ла талаптар бар. 2019 йылдың символы — Сусҡа балаһы тәбиғи төҫтә, киңлеге — 20, бейеклеге 45 сантиметр, яһалма тиренән һәм мамыҡ велюрҙан, яһалма замшанан тегелгән пальтола (дупланған тунда) булырға тейеш тиелгән.
Йыл һайын ойошторолған республика яңы йыл шыршыһына уҡыу алдынғылары, олимпиадаларҙа һәм спорт ярыштарында еңеүселәр, художестволы үҙешмәкәрлек фестивалдәре лауреаттары, хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәренең һәм хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең балалары, шулай уҡ ишле аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙәге балалар саҡырыла.
Читайте нас: