Ошо көндәрҙә Ҡазан ҡалаһында ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар араһында билбаулы көрәш буйынса XVI донъя чемпионаты уҙҙы. Ярыштарҙа 40 илдән барлығы 200-ҙән ашыу көрәшсе ҡатнашты. Рәсәй йыйылма командаһы составына Башҡортостандың Өфө, Тумазы, Октябрьский һәм Шаран районы спорт мәктәптәре тәрбиәләнеүселәре булған һигеҙ спортсы инде. Миҙалдар ирекле һәм классик стилдә уйнатылды.
БР Спорт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ярыштың тәүге көндәрендә үк республиканың ирекле стилдә сығыш яһаусы өс көрәшсеһе төрлө ауырлыҡ категорияһында көмөш, бронза призеры булыуға өлгәшә. 27 октябрҙә иһә яҡташыбыҙ Ҡыйғы районы Арыҫлан ауылы егете Артур Зөлкәрнәйев 75 кг-ғаса ауырлығы категорияһында классик стилдә көрәшеп донъя чемпионы исемен яулай. Афарин, Артур! Уңыштар, яңынан-яңы үрҙәр һиңә!