Ведомствола әйтеүҙәренсә, Берҙәм төбәк операторы хеҙмәтенә тариф бер кубометр өсөн, өҫтәмә хаҡҡа һалымды ла иҫәпкә алып, 650,40 һум тәшкил итә. Күп фатирлы йортта йәшәгән бер кешегә айына түләү - 140, 92 һумға, шәхси йортта йәшәгәнгә 200, 54 һумға төшә. Республикала дүрт оператор эшләйәсәк.