Атап әйткәндә, шәмбе, 3 ноябрҙә, уҡ епшек ҡар яуыуы һәм уның сымдарға йәбешеүе көтөлә. «Төндә һәм иртән ҡайһы бер юл участкаларына ҡар ята. Ел көнбайыштан. Һауа температураһы төндә -2, +3, көндөҙ 0, +5 градус», — тип асыҡлыҡ индерҙе идаралыҡ белгестәре.