Эйлестан
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
1 Ноябрь 2018, 18:42

Прививка яһаттығыҙмы әле?

Башҡортостанда киҫкен респиратор инфекцияһы менән ауырыу осраҡтарының миҙгелле үҫеше теркәлә, грипп менән ауырыу теркәлмәй, сирҙең кимәле эпидемик сиктән түбән ҡала, тип хәбәр итә төбәк Роспотребнадзор идаралығы.

Республика халҡының 19,4 проценты: 789 мең 683 кеше, уларҙан 640,6 мең кеше – өлкәндәр һәм 149 мең – балалар киҙеүгә ҡаршы прививка эшләткән. Өҫтәмә аҡса иҫәбенә 78,1 мең кешегә прививка яһалған.
Вакцинация ауырыу үҫешә башланыуға тиклем 2-3 аҙна алдан уҙғарыла. Сентябрҙән ноябргә тиклем осор киҙеүгә ҡаршы прививка эшләтеү өсөн уңай ваҡыт булып һанала. Грипҡа ҡаршы прививканан һуң сирҙең эпидемик күтәрелеүенә тиклем иммунитет барлыҡҡа килеп өлгөрөүе мөһим.
Читайте нас: