Эйлестан
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
8 Ноябрь 2018, 12:32

Һәләтле балаларға – премия

Республикала һәләтле балалар һәм уларҙың уҡытыусыларына аҡсалата премия биреү тураһында ҡарар ҡабул ителде.

Республикала һәләтле балалар һәм уларҙың уҡытыусыларына аҡсалата премия биреү тураһында ҡарар ҡабул ителде.
Мәғариф министрлығынан белдереүҙәренсә, 2018 йылдан уҡыусыларҙың интеллектуаль һәләтен үҫтереүгә йүнәлтелгән төбәк-ара, Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара фән олимпиадаларында еңеүсе уҡыусылар һәм уларҙың уҡытыусыларына Башҡортостан Республикаһы Башлығының йыллыҡ премиялары булдырыла.Тейешле указға республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы.
Олимпиада еңеүселәре һәм уларҙы әҙерләгән педагогтар өсөн премия күләме һәр береһенә 60 мең һум тәшкил итә. Призерҙарға һәм уларҙы әҙерләгән уҡытыусыларға 30 мең һум тапшырыла.
Былтырғы уҡыу йылында республиканан ике кеше Бөтә Рәсәй олимпиадаһында еңеү яуланы, 27 уҡыусы призлы урындарға лайыҡ булды.
Читайте нас: