Эйлестан
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
8 Ноябрь 2018, 12:34

Проблемаларҙы халыҡ үҙе хәл итә

Ҡыйғы районы Алағуҙ ауылында “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһын тормошҡа ашырыу буйынса халыҡ йыйылышы үтте.

Ҡыйғы районы Алағуҙ ауылында “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһын тормошҡа ашырыу буйынса халыҡ йыйылышы үтте.
Осрашыу барышында район хакимиәте башлығы урынбаҫары Г. Моратова 2016-2018 йылдарҙа программа сиктәрендә районда башҡарылған эштәр менән таныштырҙы. Ул ошо проект ярҙамында халыҡ үҙҙәре йәшәгән ауылдарҙың көнүҙәк проблемаларын хәл итеүҙә әүҙем ҡатнаша башлауын һәм бының район үҫешендә ыңғай роль уйнауын билдәләне.
Абзай ауыл биләмәһендә программаға ярашлы башҡарылған эштәр тураһында ауыл советы башлығы З. Камалов сығыш яһаны. Ул шулай уҡ халыҡтан һорау алыу һөҙөмтәләрен иғлан итте.
Алағуҙҙар бер тауыштан 2019 йылда ла “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһында ҡатнашасаҡтарын белдерҙе. Киләһе йылда проект сиктәрендә янғын машинаһы һатып алыу, мәктәп һәм клуб биналарын ремонтлау, юлдарҙы төҙөкләндереү кеүек тәҡдимдәр яңғыраны. Һөҙөмтәлә күпселек тауыш менән башланғыс мәктәп бинаһының ҡыйығына капиталь ремонт яһарға ҡарар ителде.
Йыйылышта халыҡ араһында ойоштороу, аңлатыу эштәрен алып барыу өсөн инициатив төркөм һайланды.
З.Ғәлләмова.
Ҡыйғы районы.
Читайте нас: