Эйлестан
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
8 Ноябрь 2018, 12:31

“Йорт комплекты” программаһы ғәмәлдәме?

“Быйыл өй һала башларға уйлайбыҙ. “Йорт комплекты” программаһы тураһында яҙһағыҙ ине. Ул һаман да ғәмәлдәме һәм беҙгә ҡайҙа мөрәжәғәт итергә?” – тип һорай Мәсәғүт ауылынан йәш ғаилә.

“Быйыл өй һала башларға уйлайбыҙ. “Йорт комплекты” программаһы тураһында яҙһағыҙ ине. Ул һаман да ғәмәлдәме һәм беҙгә ҡайҙа мөрәжәғәт итергә?” – тип һорай Мәсәғүт ауылынан йәш ғаилә.
– “Йорт комплекты” программаһы ғәмәлдә, – тип яуап бирә Дыуан районы хакимиәтенең йәштәр эше буйынса комитеты рәйесе А. Ширяев. – Программала ҡатнашыусыларға йылына 5 процент иҫәбе менән 5 йылға 300 мең һумға тиклем займ бирелә. Был аҡсаға ағас төҙөлөш материалдары һатып алырға була. Ул бура йәки бурса, таҡта булырға мөмкин. Ә быйылдан программала ҡатнашыусылар аҡсаны башҡа сығымдарға файҙалана ала: йортҡа газ, һыу, электр үткәреүгә, төҙөлөш материалдары һатып алыуға, төҙөлөш-монтаж эштәре өсөн түләүгә.
Льготалы заем алыр өсөн түбәндәге талаптарға тура килеү мөһим:
- милектә йәки аренда килешеүе төҙөлгән ер участкаһы булыу, төҙөлөш өсөн рөхсәт ҡағыҙы,
- торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж тип танылыу,
- заемсының даими эш урыны (6 айҙан да кәм түгел) һәм бурысты ҡапларлыҡ килеме булыу,
- 150 мең һум займ алған осраҡта поручитель кәрәкмәй, 250 мең һум алғанда – бер поручитель кәрәк.
“Йорт комплекты”ның уңайлы булыуын тағы ла шуның менән билдәләргә була: граждандар ҡайҙа эшләүенә, йәшенә ҡарамаҫтан (21 йәштән алып пенсия йәшенә тиклем), программала ҡатнаша ала. Ә ҡайһы бер программаларҙа 35-тән уҙмаған йәш ғаиләләр һәм белгестәр генә был хоҡуҡҡа эйә.
Читайте нас: