Эйлестан
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
19 Ноябрь 2018, 17:48

Юл ҡорбандары күбәйә…

Башҡортостан буйынса Дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, уҙған тәүлектә 20 авария теркәлгән. Юл-транспорт ваҡиғаларында 8 кеше һәләк булған, 21-е йәрәхәтләнгән.

17 ноябрҙә 19.30 сәғәттә Малаяҙ - Үрге Ҡыйғы - Өнкөрҙө автотрассаһында боҙлауыҡ сәбәпле Ниссан Теана автомобиле юл ситенә ҡолаған. Һөҙөмтәлә 31 йәшлек водитель урында һәләк булған, 33 йәшлек пассажир йәрәхәтләнгән һәм дауаханаға оҙатылған.
Архангел районында ошоға оҡшаш аварияла водитель һәм 10 йәшлек ҡыҙ бала һәләк булған. Ике пассажир дауаханаға оҙатылған. Краснокамала ике машина бәрелешеү сәбәпле 26 йәшлек ҡатын-ҡыҙ һәләк булған, бер водитель дауаханала.
Туймазы районында өс машина бәрелешкән. Аварияла бер кеше үлгән, берәүһе йәрәхәтләнгән. Яңауылда авария сәбәпле бер кеше һәләк булған. Иглинда М-5 "Урал" трассаһында ике автомобиль бәрелешеү сәбәпле ике водитель дә ваҡиға урынында йән биргән.
Читайте нас: