Эйлестан
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
20 Ноябрь 2018, 17:05

Пособие күләме арта

2019 йылдың 1 ғинуарынан баланы йәш ярымға тиклем тәрбиәләгән өсөн айлыҡ пособиеның максималь күләме 26 мең һумға тиклем арта. Был хаҡта Федераль социаль страховка фонды хәбәр итә.

Киләһе йылдың 1 ғинуарынан йөклөлөк һәм бала табыу буйынса пособиеның минималь күләме 52 мең һумға тиерлек еткерелә.Социаль страховка фондында асыҡлыҡ индереүҙәренсә, страховкаланған кешенең хеҙмәт хаҡы юҡ йәки бик аҙ икән, пособие минималь эш хаҡынан сығып иҫәпләнә. Хеҙмәткә минималь түләү яңы йылдан 11 280 һумға тиклем арта. Әлегә ул 11 163 һум тәшкил итә.
Шул уҡ ваҡытта йөклөлөк һәм бала табыу буйынса пособиеның максималь күләме 301 мең һумдан ашыу буласаҡ. Быйыл ул 282 мең һумдан күберәк.
Баланы йәш ярымға тиклем тәрбиәләгән өсөн айлыҡ пособиеның минималь күләме иһә 2019 йылдың 1 ғинуарынан 4,5 мең һумға ҡәҙәр арта. Әгәр страховкаланған кешенең эш хаҡы юҡ йәки бик аҙ булһа, был пособие минималь хеҙмәт хаҡынан сығып иҫәпләнә. Быға тиклем баланы йәш ярымға тиклем тәрбиәләгән өсөн айлыҡ пособиеның минималь күләме 4,4 мең һумға тиклем артҡайны.
Читайте нас: