"Лада Калина" менән "Богдан -2111" бәрелешә. Билдәле булыуынса, "Калина" йәйге резинала була. Ундағы ике кеше, "Богдан"дағы дүрт юлсы һәләк була. Авария сәбәптәре асыҡлана.
20 ноябрҙә иртән шул уҡ трассала “Рено Сандеро” ҡаршыға килгән ВАЗ-2115 менән бәрелешкән. Юл-транспорт ваҡиғаһында “Лада” водителе һәм уның пассажиры һәләк булған. Билдәле булыуынса, улар ир менән ҡатын. Мәрхүмдәрҙең шәхестәре асыҡлана, авария урынында дознавателдәр һәм ашығыс хеҙмәттәр эшләй, тип хәбәр итәләр республика автоинспекцияһында. Ғәйепле водителгә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатыла.