Эйлестан
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
20 Ноябрь 2018, 17:08

Зәйнетдиновтар – иң әүҙем ғаилә

Билдәле яҡташыбыҙ, донъяның виртуоз ҡумыҙсыһы Миңлеғәфүр Зәйнетдиновтың ғаиләһе Башҡортостанда социаль яҡтан иң әүҙем ғаилә тип танылды. Улар “Өлгө ал” республика конкурсында еңеү яуланы.

Бәйгелә Башҡортостандың 43 ҡала һәм районынан йәмғиәткә файҙа килтергән, ауылды, ҡаланы йәки районды үҫтереүгә үҙ өлөшөн индергән 107 ғаилә ҡатнашты. Барлыҡ ғаилә ағзаларының социаль яҡтан әүҙем булыуы төп шарттарҙың береһе ине. Ғаиләләр өс этапта интернетта тауыш биреү юлы менән, шулай уҡ Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Анна Кузнецова етәкселегендәге махсус комиссия тарафынан һайлап алынды.
Зәйнетдиновтар ғаиләһенә автомобиль һатып алыу өсөн 600 мең һумлыҡ сертификат тапшырылды. Конкурстың финалына сыҡҡан башҡа ғаиләләрҙең балалары, ҡиммәтле бүләктәрҙән тыш, “Орленок” халыҡ-ара балалар мәғариф үҙәгендә ял итеүгә сертификаттар менән бүләкләнде.
– Ошондай исемгә лайыҡ булыу ҙур яуаплылыҡ өҫтәй, ғаиләбеҙ өсөн сит илдәрҙә йәшәгән яҡташтарыбыҙ ҙа тауыш бирҙе. Әлбиттә, бында тәү сиратта тормош иптәшем Гөлгөнәнең һәм ҡыҙҙарыбыҙ Ләйсән менән Илүзәнең, улыбыҙ Азаматтың өлөшө ҙур. Беҙҙең өсөн тауыш биргәндәрҙең барыһына ла ҙур рәхмәт. Үҙебеҙгә һәм башҡаларға халыҡтың мәҙәниәтебеҙҙе хуплауын һәм уның үҫешеүен иҫбатланыҡ. Башҡортостанда йәшәүселәр күрһәткән ошо ҙур ышанысты аҡларға тырышырбыҙ, – тине Миңлеғәфүр Зәйнетдинов.
З. Ғәлләмова.
Читайте нас: