Эйлестан
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
21 Ноябрь 2018, 16:54

БДИ-ға “асҡыс”

5 декабрҙә республика мәктәптәренең 11-се класс уҡыусылары һынау йомғаҡлау иншаһы яҙа. Уның һөҙөмтәләренә ҡарап уҡыусыларға берҙәм дәүләт имтиханын тапшырыуға рөхсәт биреү хәл ителәсәк.

5 декабрҙә республика мәктәптәренең 11-се класс уҡыусылары һынау йомғаҡлау иншаһы яҙа. Уның һөҙөмтәләренә ҡарап уҡыусыларға берҙәм дәүләт имтиханын тапшырыуға рөхсәт биреү хәл ителәсәк.
Белеүебеҙсә, бындай имтихан төрө 2014 йылда индерелде. Маҡсат – БДИ тапшырасаҡ уҡыусы тәү сиратта инша яҙа, фекерен матур, теүәл еткерә белергә тейеш.
Имтихандың шарттары өс йыл эсендә әллә ни үҙгәрмәгән. Тема һынау башланырҙан 15 минут алда билдәле була. Иншаның күләме – кәмендә 250 һүҙ, әгәр шунан аҙыраҡ икән, имтихан тапшырылманы тип һанала. Эш өсөн 3 сәғәт тә 55 минут ваҡыт бирелә. Һаулыҡ мөмкинлеге сиклән¬гәндәр өсөн иһә тағы ла сәғәт ярым өҫтә¬лә, шулай уҡ уларҙың инша урынына изложение яҙыу хоҡуғы бар. Эште баһалауҙың төп критерийҙары – теманы асыу, аныҡ дәлилдәр килтереү, әҙәби әҫәрҙәрҙе урынлы файҙаланыу, фекерләү кимәле, яҙыу телмәренең сифаты, композицияһы һәм грамо-талылыҡ.
Һынауҙы тапшыра алмағандар өсөн резерв көндәр ҡаралған – 6 февраль һәм 6 май. Әгәр ҙә уҡыусы өс тапҡыр эште башҡара алмай икән, ул Берҙәм дәүләт имтиханына индерелмәй. Мәктәп тамамлаусының теләге буйынса инша һөҙөмтәләре юғары уҡыу йортона ингәндә иҫәпкә алынасаҡ. Яҡшы баһа ҡуйылған яҙма эш өсөн абитуриентҡа Берҙәм дәүләт имтиханының дөйөм балына 10-ға яҡын балл өҫтәлеүе мөмкин.
Читайте нас: