Төбәктең торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Михаил Киреев оператив кәңәшмәлә хакимиәт башлыҡтары өсөн ваҡыт билдәләне. Министрлыҡ бөтә муниципаль райондарға, ҡалаларға һәм округтарға Яңы йыл байрамдарын уҙғарыу урындарын техник яҡтан әҙерләүгә, биҙәүгә һәм иллюминациялар, һындар, шыршылар ҡуйыуға йүнәлтелгән пландар, саралар тураһында мәғлүмәт ебәргән.