Байрамда, ғәҙәттәгесә, республиканың барлыҡ район, ҡалаларынан уҡыу алдынғылары, олимпиадаларҙа һәм спорт ярыштарында еңеүселәр, төрлө фестивалдәр лауреаттары, хеҙмәт бурысын үтәгәндә һәләк булған хәрбиҙәрҙең һәм эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәренең, аҙ тәьмин ителгән ишле ғаиләләрҙең балалары ҡатнаша. Улар өсөн Өфөлә өс көнлөк ял ойошторола. Президент шыршыһында ҡатнашыусыларға, шулай уҡ биш һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән ғаиләләргә Яңы йыл бүләктәре тапшырыла.
Бынан тыш, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған етем, профессиональ белем биреү учреждениеларында белем алған балаларға матди ярҙам күрһәтеләсәк.