Ташлама двигателенең ҡеүәте 150 ат көсөнә тиклемге еңел автомобилдәргә, шулай уҡ ҡеүәте 125 ат көсөнә тиклем ге автобустарға ҡағыласаҡ тип күҙаллана. Льгота хужаның теләге буйынса бер транспорт сараһына бирелә һәм 2018 йылдың 1 ғинуарынан 2024 йылдың 31 декабренәсә ғәмәлдә буласаҡ. Закон проекты ишле ғаиләләргә булышлыҡ итеүгә, республикалағы демографик хәлде яҡшыртыуға йүнәлтелгән.
Бынан алда республика Хөкүмәте, әлеге закон проектын депутаттарға ҡарауға индереп, двигателенең ҡеүәте 100 ат көсөнә тиклемге автобустар, йөк машиналары, гидроциклдар, катерҙар, моторлы кәмәләр һәм башҡа транспорт хужаларына льгота биреүҙән баш тартырға тәҡдим иткәйне. Әммә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров халыҡ өсөн ғәмәлдәге барлыҡ һалым ташламаларын һаҡларға ҡушты.