Эйлестан
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
23 Ноябрь 2018, 14:09

Ял көндәрендә һыуыта

Башҡортостанда алдағы ял көндәрендә -25 градусҡа тиклем һыуыта. Был хаҡта республиканың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхитте күҙәтеү идаралығы хәбәр итә.

24 ноябргә ҡарай төндә ҡыҫҡа ваҡытлы һалҡындың үтеп инеүе көтөлә. Һауа температураһы -14, -19, аяҙытҡанда -20, -25 градусҡаса түбәнәйә. Көндөҙ -6,-12 градус була. 25 ноябрҙә йылыта, төндә -7,-13, көндөҙ -4, -9 градусҡа тиклем.
Аҙна һуңында һәм ял көндәрендә ваҡыты менән ҡар яуыуы көтөлә. Шулай уҡ елдең тиҙлеге секундына 15-20 метрға тиклем көсәйгәндә буран сығыуы ихтимал. Ҡар яуғанда һәм буран сыҡҡанда юлдарға көрт һалыуы күҙәтелә, был иһә автотранспорттың хәрәкәт итеүен ҡатмарлаштыра.
Читайте нас: