Эйлестан
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
26 Ноябрь 2018, 18:22

Салауат егеттәре һынатмай

Стәрлетамаҡ ҡалаһында Р. Шәрипов иҫтәлегенә уҙған милли кәрәш буйынса Республика чемпионатында Салауат районы спортсылары уңышлы сығыш яһаны.

Наил Мөхәмәтйәнов (85 кг) һәм Денис Нурмөхәмәтов (130 кг) бәйгелә беренсе урын яуланы. Улар 7-8 декабрҙә Ҡазан ҡалаһында уҙасаҡ Рәсәй чемпионатында республика данын яҡлаясаҡ. Азат Фәтҡуллин (130 кг), Илнур Ғайнанов (80 кг) һәм Илнур Бикмөхәмәтов (70 кг) өсөнсө урын алды.
Читайте нас: