Эйлестан
+6 °С
Облачно
Общие статьи
29 Ноября 2018, 09:26

Мәсетле районында – яңы прокурор

Рәсәйҙең Генераль прокуроры бойороғо менән 35 йәшлек юстиция советнигы Азамат Шәйбәков Башҡортостандың Мәсетле районы прокуроры итеп тәғәйенләнде. Был хаҡта Башҡортостан Республикаһы прокуратураһының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Азамат Шәйбәков Әлшәй районында тыуған. «Юриспруденция» белгеслеге буйынса Башҡорт дәүләт университетын тамамлай. 2006-2007 йылдарҙа Әлшәй районы прокуратураһы тәфтишсеһе булып эшләй. 2007-2009 йылдарҙа — Рәсәй Федерацияһы прокуратураһы ҡарамағындағы Тәфтиш комитетының республика буйынса тәфтиш идаралығының Бәләбәй район-ара тәфтиш бүлеге тәфтишсеһе, өлкән тәфтишсе. 2009-2001 йылдарҙа — Әлшәй районы прокуроры ярҙамсыһы, 2011-2016 йылдарҙа Бишбүләк районы прокуроры урынбаҫары булы пэшләй. 2016 йылдан Рәсәй Эске эштәр органдарында тикшереү, тәүләп һорау алыу һәм оператив-эҙләү эшмәкәрлеген күҙәтеү бүлеге прокуроры вазифаһын биләне.
Читайте нас