Эйлестан
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
29 Ноябрь 2018, 14:35

Йоҡла, балам, йом күҙеңде…

Оло Ыҡтамаҡ район мәҙәниәт йортонда Әсәләр көнө арналған “Һин минең балаҡайым” бишек йыры конкурсы уҙҙы. Бишек йырҙарын башҡарыу мәҙәниәтен тергеҙеү, яңы сағыу исемдәр асыу, йыр-моң аша балаларҙы һәм ололарҙы берләштереү маҡсатында үткәрелгән сараны район мәҙәниәт һәм мәғариф бүлектәре ойошторҙо.

Борон-борондан баланы сәңгелдәккә һалып бәүетеү – тылсымлы сара, төрлө ышаныуҙарға бәйле йола булған. Бишек йыры әсә менән бала бәйләнешен нығыта, уның ярҙамында әсә үҙенең балаһына саф һөйөүен, изге теләген еткерә, уны уратып алған тирә-йүн менән таныштыра.
Ижади бәйгелә төрлә йәштәге 50-нән ашыу конкурсант тулҡынландырғыс, һөйөү менән һуғарылған йырҙар башҡарҙы. Сәхнәнән халыҡ, автор һәм эстрада йырҙары яңғыраны.
Еңеүселәр өс йәш категорияһында билдәләнде: 7-10, 11-18 йәштәгеләр һәм 18 йәштән өлкәндәр. Яңғыҙ башҡарыусылар араһында үҙ йәш төркөмдәрендә Әжекәйҙән Арина Нәсибуллина, Әләгәҙҙән Йәмилә Кузнецова һәм Яңы Мөслимдән Зәлифә Мөслөмова беренсе урынға лайыҡ булды. “Балалар дуэты” номинацияһында - Әләгәҙҙән Соня һәм Лиза Кашиндар, “Ололар дуэты”нда Абдулланан Рита Хизбуллина һәм Гөлсинә Ғәзизова еңеү яуланы. Балалар ансамблдәре араһында Яңы Мишәрҙән “Гөлдәр” вокаль ансамбле беренсе урынға сыҡты. Бәйгенең гран-приһына Кесе Ыҡтамаҡтан Вера Ладилова эйә булды.
З. Ғәлләмова.
Мәсетле районы.
Читайте нас: