Эйлестан
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
4 Декабрь 2018, 17:24

Мәғариф министрлығында – яңы етәксе

Айбулат Хажин Башҡортостандың мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде. Кисә Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә төбәк етәксеһе Радий Хәбиров Указға ҡул ҡуйыу тураһында хәбәр итте. Бынан алда агентлыҡ ведомство етәксеһе Гөлназ Шафиҡованың отставкаға китеүе хаҡында яҙғайны.

Айбулат Вәкил улы әлегә тиклем Башҡортостандың Мәғариф өлкәһендә контроль һәм күҙәтеү идаралығын етәкләне.
Айбулат Хажин 1973 йылда Өфөлә тыуған. Өфөләге 1-се медицина училищеһын, «биология һәм химия» белгеслеге буйынса Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлай. Педагогия фәндәре кандидаты, Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы. Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1996 йылда 2-се Арғаяш урта мәктәбендә химия уҡытыусыһы булып башлай.
Читайте нас: