Эйлестан
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
4 Декабрь 2018, 17:26

Рәсүл – беренсе!

Күптән түгел Өфөлә тәүге тапҡыр һуғыш сәнғәте буйынса Евразия йәштәр уйындары уҙҙы. Сараға Үзбәкстан, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан һәм башҡа илдәрҙән 600-ҙән ашыу спортсы йыйылды. Улар айкидо, тай боксы, кикбоксинг, төрлө стилдәге каратэла көс һынашты.

Башҡортостан Республикаһы йыйылма командаһына ингән 11 спортсы ярышта призлы урындар яуланы. Еңеүселәр араһында Мәсетле районы Ләмәҙтамаҡ ауылы егете Рәсүл Баширов та бар. Дүрт тапҡыр Рәсәй чемпионы, Башҡорт дәүләт аграр университеты студенты 100 кг ауырлыҡ категорияһында билбаулы көрәш буйынса беренсе урын алыуға өлгәште.
Еңеүселәр һәм призерҙар Мәскәүҙә декабрь уртаһында үтәсәк финал уйындарында ҡатнашасаҡ. Яҡташыбыҙға уңыштар, яңы үрҙәр теләп ҡалабыҙ.
Р. Әлимбаева.
Читайте нас: