2016 йылдың яҙында 12 баланың ғүмерен өҙгән янғындарҙан һуң Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов ҡыҫҡа ваҡыт эсендә социаль яҡтан хәүефле хәлдә булған ишле ғаиләләрҙең йорттарында янғын иҫкәртеүсе аппараттар ҡуйырға ҡушты. Бөрө районының Үгеҙ ауылында сыҡҡан янғында дүрт өлкән кеше һәм биш бала һәләк булғас, аҙ тәьмин ителгән күп балалы ғаиләләрҙең йорттарында һәм фатирҙарында ошондай ҡоролмалар ҡуйырға тигән бойороҡ бирелде.