Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, тауыш биреү 1 декабрҙә тамамланды. Ойоштороусылар ошоғаса төбәктәрҙән йыйылған мәғлүмәтте эшкәртте.
Мостай Кәрим исемен 90 меңдән ашыу кеше һайлаған. Икенсе урында – ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы, осоусы Муса Гәрәев (70 меңдән ашыу тауыш йыйған). Өсөнсөлә – милли батыр Салауат Юлаев (30 меңгә яҡын тауыш).
Ил аэропорттарына исем һайлау буйынса тауыш биреүҙә бөтәһе биш миллиондан ашыу кеше ҡатнашҡан. 50-ләгән “һауа ҡапҡаһы”на исем биреү буйынса һуңғы ҡарарҙы Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡабул итәсәк.