Эйлестан
+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
6 Декабрь 2018, 17:36

Яңы йылда нисек ял итәбеҙ?

Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы Яңы йыл байрамында ял итеүҙең рәсми графигын баҫтырып сығарҙы.

Хеҙмәт кодексына ярашлы, 1, 2, 3, 4, 5, 6 һәм 8 ғинуар – Яңы йыл каникулы, 7 ғинуар – Христос Раштыуаһы – ял көнө. Шәмбе, 29 декабрҙәге ял көнө дүшәмбе, 31 декабргә күсерелә.
Киләһе йыл 5 һәм 6 ғинуарҙағы байрам көндәре шәмбе, йәкшәмбегә тура килә. Рәсәй Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, шәмбе, 5 ғинуарҙағы ял көнө – кесаҙна, 2 майға, йәкшәмбе, 6 ғинуарҙағы ял йома – 3 майға күсерелә. Шулай итеп, Башҡортостан халҡы ун көн ял итәсәк.
Әйткәндәй, 29 декабрҙә эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара. Хеҙмәт кодексының 120-се статьяһы нигеҙендә, йыллыҡ төп һәм өҫтәмә түләүле отпуск бирелгәндә 1, 2, 3, 4, 5, 6, 7, 8 ғинуарҙағы ял көндәре отпуск иҫәбенә индерелмәй.
Читайте нас: