Еңеүселәр ҡалалар һәм райондар араһында айырым билдәләнә. Беренсе урын өсөн 500 мең һум, икенсе урынға - 200, өсөнсө урын алыусыға 150 мең һумлыҡ премиялар ҡаралған. Комиссия яңы йыл ҡаласығы биҙәлешен, яҡтылыҡ элементтарын, иллюминацияны файҙаланыуҙы, шыршыны, скульптура композицияларын, боҙҙан йәки ҡарҙан яһалған һындарҙы, әкиәт персонаждарын, боҙ тауҙарын баһалай. Конкурс һөҙөмтәләре 19 ғинуарҙа билдәле була.