Эйлестан
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
11 Декабрь 2018, 11:06

Сүп-сар сығарыу күпмегә төшә?

10 декабрҙә Республика Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров сүп-сар сығарыу хеҙмәте өсөн хаҡты арзанайтырға ҡушты. Төбәк етәксеһе, киләһе йылдың 1 ғинуарынан ғәмәлгә инәсәк түләүҙе республика халҡы өсөн бик ҡиммәт, тип билдәләне.

Быға тиклем Башҡортостанда йәшәүселәр 2019 йыл башынан түләргә тейешле хаҡтар аталғайны. Күп фатирлы йортта йәшәгән бер кешегә ул айына 140,92 һум, шәхси йортта иһә 200,54 һум тәшкил итте. Халыҡ хаҡты ныҡ юғары тип ҡабул иткәндән һуң ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү буйынса тарифтар яңынан ҡаралды, фаразланған хаҡ кәметелде. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Михаил Киреев һүҙҙәренсә, хәҙер күп фатирлы йортта йәшәүселәр айына бер кешегә 130 һум, ә шәхси йортта
иһә 185 һум түләргә тейеш.
— Хаҡтарҙы төшөрөгөҙ, халыҡ уны түләй алмаясаҡ, - тине Радий Хәбиров. - Тарифтар юғары булмаҫҡа тейеш. Төбәк операторҙарын саҡырығыҙ. Кәрәк булһа, миңә ебәрегеҙ.
Республика етәксеһе ауыл биләмәләренән сүп-сарҙы ситкә сығарыу системаһын ентекле уйларға һәм ауыр тормош хәлендә ҡалған граждандарға был йәһәттән компенсациялар ҡарарға күрһәтмә бирҙе.
Читайте нас: