Башҡортостанда төбәк башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса Малаяҙ ауылында яңы эҙләү-ҡотҡарыу отряды ойошторола.
Яңы эҙләү-ҡотҡарыу отряды республиканың төньяҡ-көнсығыш халҡын һәм биләмәһен үҙәк райондар менән бер рәттән һаҡлауҙы тәьмин итергә тейеш. Отряд М-5 Мәскәү — Өфө — Силәбе федераль трассаһы, Кропачево — Мәсәғүт — Әчит һәм Бөрө — Таҙтүбә — Һатҡы төбәк әһәмиәтендәге автомобиль юлдары янында урынлаша.
Хәҙер ҡотҡарыусыларҙың юл-транспорт ваҡиғаһында ярҙам күрһәтергә килеү ваҡыты күпкә ҡыҫҡара, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетында. Отряд урынлашҡан урын ҙур һыу объекттарында – Йүрүҙән һәм Әй йылғалары буйлап һалда йөҙгәндә бәләгә тарыусыларға ярҙам итеү өсөн дә уңайлы. Өҫтәүенә ул республиканың төньяҡ-көнсығыш төбәгендә асылырға тейешле яңы туристик-рекреацион кластерҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итә ала.
Авария-ҡотҡарыу хеҙмәте составындағы иҫәп буйынса етенсе зона эҙләү-ҡотҡарыу отряды. Унан алда ойошторолған алты отряд Өфөлә, Белоретта, Дүртөйлөлә, Күмертауҙа, Сибайҙа, Туймазыла урынлашҡан.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәттәренә ярашлы, 2017 йылда Башҡортостан буйынса юл-транспорт ваҡиғаларында йәрәхәтләнгән 100 кешегә 8,4 һәләк булыусы, ә төбәктең төньяҡ-көнсығыш райондарында иһә 100 зыян күреүсегә 15,7 һәләк булыусы тура килгән.