Яңы йыл алдынан сәфәргә сығырға уйлаған пассажирҙар билеттарҙы 50% ташлама менән һатып алыу мөмкинлегенә эйә, тип хәбәр иттеләр Рәсәй тимер юлдары компанияһында.
Махсус тәҡдим «Яңы йыл төнө» акцияһы барышында ғәмәлдә була һәм 31 декабрҙә ҡуҙғалған поездарҙың купе, плацкарт вагондарының өҫкө урындарына ҡағыла.
Тәҡдим балалар тарифы буйынса, шулай уҡ ойошторолған төркөмдәр өсөн билет алыусыларға ҡағылмай.