Эйлестан
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
13 Декабрь 2018, 14:41

Эмилия шыма баҫа

8-9 декабрҙә Свердловск ҡалаһында икенсе тапҡыр “Шымабаҫ” төбәк-ара татар бейеүҙәрен башҡарыусылар конкурсы уҙҙы.

8-9 декабрҙә Свердловск ҡалаһында икенсе тапҡыр “Шымабаҫ” төбәк-ара татар бейеүҙәрен башҡарыусылар конкурсы уҙҙы. Сарала Башҡортостандан, Свердловск, Силәбе, Ырымбур өлкәләренән һәм Пермь крайынан йәш таланттар ҡатнашты.
Яңы Мөслим ауылынан 11 йәшлек Эмилия Шәрифуллина бәйгелә III дәрәжә лауреат исемен алыуға өлгәште. Эмилия биш йәшенән бейей. Уны һөнәре буйынса хореограф булған апаһы Фидәлиә Шәрифуллина һәм Гөлгөнә Насырова бейергә өйрәтә.
Конкурсанттарҙың сығышын Рәсәйҙең һәм Татарстандың атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәрҙәре баһаланы. Татарстандың халыҡ артисткаһы Хәмдүнә Тимерғәлиева сараның почетлы ҡунағы булды. Конкурс программаһы тамамланғас, коллектив етәкселәре өсөн түңәрәк өҫтәл ойошторолдо. Жюри ағзалары теләктәрен, күрһәтмәләрен әйтте. Ҡатнашыусылар файҙалы әңгәмәнән ҡәнәғәт ҡалды. Конкурстың гала-концерты бер тында үтте.
Ф. Шәрифуллина, Яңы Мөслим ауыл мәҙәниәт йорто етәксеһе.
Мәсетле районы.
Читайте нас: