Эйлестан
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
13 Декабрь 2018, 18:42

Республика Башлығы стипендияһы кемгә бирелер?

Башҡортостан Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, юғары һәм һөнәри белем биреү ойошмалары студенттарына һәм аспиранттарына, шулай уҡ сит төбәктәрҙә уҡыған студенттарға Башҡортостан Башлығы стипендиялары тәғәйенләнде. Улар 2018—2019 йылда уҡыуҙа уңышҡа өлгәшкән йәштәргә тапшырыласаҡ.

Быйыл йәй түләүҙәр билдәләнде: аспиранттарға – 7000 һум, вуз студенттарына – 5750 һум, урта махсус уҡыу йорто студенттарына – 2300 һум. Быға тиклем башлыҡтың вузда белем алыусылар өсөн «губернатор» стипендияһы 1500 һум тәшкил итте.
Йыл һайын Башҡортостан Башлығы стипендияһы республика юғары уҡыу йорттарындағы — 130, һөнәри белем биреү ойошмаларындағы 125 студентҡа, 55 аспирантҡа, төбәктә тыуып үҫеп, унан ситтә белем алған, шулай уҡ Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы вуздарында уҡыған ун студентҡа (аспирантҡа) бирелә.
Читайте нас: