Эйлестан
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
13 Декабрь 2018, 18:43

Йәшәһен башҡорт теле!

14 декабрь — Башҡорт теле көнө. Шағир-мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөнә арналған байрам уңайынан республикала төрлө саралар ойошторолдо.11 декабрҙә Өфөлә үткән Башҡорт теле байрамында Дыуан районы республика лицей-интернаты уҡыусылары Фларит Нуриев һәм Азамат Әлибаев ҡатнашты.

Сараға республиканың ҡала һәм райондарынан төрлө конкурс-олимпиадалар призерҙары һәм еңеүселәре йыйылды. Улар башҡорт телен, мәҙәниәтен һәм йолаларын яҡшы белеүҙәре менән айырылып тора. Көн дауамында уҡыусылар өсөн оҫталыҡ дәрестәре, интерактив дәрестәр, викториналар, билдәле шәхестәр менән осрашыуҙар ойошторолдо. Ете секцияла эш тамамланғас, сараға йомғаҡ яһалды.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Данир Ғәйфуллин үҙ сығышында сарала ҡатнашыусы балалар башҡорт телен быуындан-быуынға тапшырасағын, сығыштарға ҡарағанда тел ышаныслы ҡулдарҙа булыуын билдәләп үтте.
Дыуан районы республика лицей-интернаты уҡыусыһы Азамат Әлибаев сара барышында яҡшы һөҙөмтәләр күрһәткән өсөн “Башҡортостан энциклопедияһы” менән бүләкләнде.
Ә. Нуриева, Республика лицей-интернаты уҡытыусыһы.
Читайте нас: