Эйлестан
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
14 Декабрь 2018, 18:44

Байрам кәйефебүләк итәләр

Күптән түгел район үҙәктәрендә боҙ ҡаласыҡтары асылды.Берәүҙәр оҫталар эшләгән боҙ һындарға һоҡланһа, кескәйҙәр тауҙан шыуа, конькиҙа елдерә. Ҡаласыҡтарға күптәр ғаиләләре менән килә, саф һауала ял итеп, иҫтәлеккә фото төшөп кәйефтәрен күтәрә, байрам көндән-көн яҡынлашҡанын һиҙә.

Күптән түгел район үҙәктәрендә боҙ ҡаласыҡтары асылды.Берәүҙәр оҫталар эшләгән боҙ һындарға һоҡланһа, кескәйҙәр тауҙан шыуа, конькиҙа елдерә. Ҡаласыҡтарға күптәр ғаиләләре менән килә, саф һауала ял итеп, иҫтәлеккә фото төшөп кәйефтәрен күтәрә, байрам көндән-көн яҡынлашҡанын һиҙә.
Ауылдарҙа иһә халыҡ үҙ ҡулдары менән мөғжизә тыуҙыра. Ҡарҙан төрлө фигуралар яһап, сағыу төҫтәргә буяй. Мәҫәлән, Ҡыйғы районы Абзай ауылының мәҙәниәт йорто һәм китапхана хеҙмәткәрҙәре ауылдаштарына йыл һайын байрам бүләге әҙерләй. Быйыл да китапханасы Гөлназ Байрамова, клуб хеҙмәткәрҙәре Зәки Әхмәтов һәм Салауат Мәхмүтов, йыйыштырыусы Лилиә Рамазанова ҡарҙан бер нисә фигура яһаған.
Яңы йыл көндө абзайҙар өсөн театрлаштырылған тамаша, концерт күрһәтеләсәк, лото-уйынуҙғарыласаҡ. Шыршы маскарадында ҡатнашыусылар төрлө уйын-конкурстарҙа үҙ көстәрен һынаясаҡ. Шулай уҡ Абзай ауылында йыл һайын физик мөмкинселектәре сиклеләрҙе ҡотлау өсөн “Яңы йыл алдынан мөғжизә” акцияһы ойошторола.
Тағы бер дәртле, идеялар менән ташып тороусылар Салауат районы Урмансы ауылынан Сәйетғәлиндар ғаиләһен дә билдәләп үтмәй булмаҫ. Лидия һәм Сафуан Сәйетғәлиндар үҙҙәре асҡан этно-йорт ихатаһында бихисап ҡар фигураларына йән өргән. Бында Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуҙан тыш, ун ике йыл хужаһын, өс этте санаға еккән инә сусҡа менән 12 сусҡа бәрәсен, айыуҙы күрергә мөмкин. Мөғжизәле һындар ауылдаштарының, этно-йортҡа килеүсе туристарҙың да күңелен күтәрер, байрам кәйефе бүләк итер, тип ышанабыҙ.
Яңы йыл яҡынлаша, һәр кем өйөндә генә түгел, ихатаһында ла байрам кәйефе булдырырға тырыша. Ә һеҙ ихатағыҙҙы, урамығыҙҙы нисек биҙәйһегеҙ?
Р. Иштуғанова.
Читайте нас: