Эйлестан
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
14 Декабрь 2018, 18:42

Эт-бесәйҙәргә тамға ҡуйыла

2019 йылдан республикала бөтә йорт бесәйҙәренә һәм эттәренә махсус тамға ҡуйыу башлана.

2019 йылдан республикала бөтә йорт бесәйҙәренә һәм эттәренә махсус тамға ҡуйыу башлана.
Башҡортостандың Ветеринария идаралығы начальнигы – баш ветеринар Азат Йыһаншин һүҙҙәренсә, уларҙың барыһы ла теркәү һәм иҫәп буйынса берҙәм федераль мәғлүмәт системаһына индерелә. Был йорт хайуандарына төрлө сирҙәргә, тәү сиратта ҡотороҡҡа ҡаршы тейешле вакцина яһалғанмы, юҡмы икәнлеген күҙәтеп барыу өсөн кәрәк.
– Быйыл эт-бесәйҙәрҙең ҡотороҡ менән сирләүенең 12 осрағы теркәлде. Ветеринарҙар хайуанға вакцина эшләнеү-эшләнмәүен белергә һәм вакцинациянан баш тартҡан осраҡта хужаларға уларҙың ҙур хәүеф менән янауы хаҡында шылтыратып иҫкәртергә тейеш. Һәр кем үҙенең хайуаны өсөн яуаплылыҡ тота. Вакцина бушлай яһала, – тип билдәләне Азат Йыһаншин.
Йыл һайын эйәһеҙ хайуандарға ветеринарҙар йәки махсус автохужалыҡ хеҙмәткәрҙере эткә вакцина эшләнгәнме, юҡмы икәнлеген күрһен өсөн билдәле бер төҫтәге тамға ҡуйыу күҙаллана.Рәсәйҙең Ауыл хужалығы министрлығы баһалауынса, пластмасса бирканың күмәртә хаҡы–12-18 меңгә, электрон тамғаны йәки бер бирканы ҡуйыу 50-70 һумға төшә.
Читайте нас: