Эйлестан
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
14 Декабрь 2018, 18:38

Опекундарға түләүҙәр үҙгәрә

Башҡортостанда депутаттар “Опекундарға (попечителдәргә) баланы ҡарауға аҡса түләү тәртибе һәм күләме тураһында” республика законына үҙгәрештәр индерергә ниәтләй. Әгәр уны ҡабул итһәләр, опекундар, балаларына мәктәп тамамлағансы 18 йәш тулһа ла, пособие алыуҙары мөмкин.

– Патронат тәрбиәгә алынған балаларҙың күбеһе 10-сы класта уҡығанда бәлиғ була. Шуға күрә 11-се класта уларға пособие түләнмәй. Социаль ғәҙеллек урынлаштырыу өсөн закон проекты менән норма индерергә тәҡдим ителә, уға ярашлы, ҡарауҙағы етемдәргә аҡса уҡыу йылы аҙағына тиклем түгел, ә улар мәктәп тамамлағансы түләнә, – тип асыҡлыҡ индерҙе Башҡортостан парламенты спикеры Константин Толкачев.
2018 йылдың 1 ғинуарынан пособие суммаһы өс йәшкәсә сабыйға – 6,3 мең, өс йәштән өлкәнерәк балаға 6,1 һум күләмендә билдәләнгән.
Закон проектын ҡарау киләһе пленар ултырышҡа билдәләнгән, тип хәбәр итә Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышының матбуғат хеҙмәте.
Читайте нас: