Эйлестан
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
17 Декабрь 2018, 17:35

Янғында өс бала һәләк булға

Шәмбе төндә Туймазы районының Ҡандра ауылындағы янғында дүрт һәм ике йәштәрҙәге өс баланың ғүмере ҡыйылған. Ҡотҡарыусылар фажиғә урынында тереләй янған өс бала мәйетен тапҡан.

Шәмбе төндә Туймазы районының Ҡандра ауылындағы янғында дүрт һәм ике йәштәрҙәге өс баланың ғүмере ҡыйылған. Ҡотҡарыусылар фажиғә урынында тереләй янған өс бала мәйетен тапҡан.
Урындағы тикшереү комитеты был осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатҡан. Алдан алынған мәғлүмәттәр буйынса, янғын мәлендә өйҙә сабыйҙар үҙҙәре генә булған. Ә әсәй тейешле кеше был ваҡытта әшнәләре менән күңел асҡан.Өс баланың береһе уның әхирәтенеке булған.
Республика етәксеһе Радий Хәбиров күрһәтмәһе буйынса, ғәҙәттән тыш хәлдәр ведомстволарының ултырышы уҙҙы. Унда балалар менән булған янғындарға юл ҡуймау өсөн профилактик сараларҙы арттырыу кәрәклеге билдәләнде.
Читайте нас: