Эйлестан
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
20 Декабрь 2018, 18:25

Гәзитле лә, бүләкле лә булды!

Гәзиткә яҙылыусылар араһында уҙғарылған “Аҙна һайын – бүләк!” конкурсында сираттағы еңеүсебеҙ Мәсетле районы Иҫке Мишәр ауылынан Фәрүәз Ғәлләмов.

Гәзиткә яҙылыусылар араһында уҙғарылған “Аҙна һайын – бүләк!” конкурсында сираттағы еңеүсебеҙ Мәсетле районы Иҫке Мишәр ауылынан Фәрүәз Ғәлләмов.
Фәрүәз Сәрүәр улы район ветерандар советы рәйесе, Яуыш ауыл советы депутаты булараҡ йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша. Ун йылдан ашыу халыҡтан һөт йыйыу менән шөғөлләнә. Умартасылыҡ менән булырға ла ваҡыт таба, 20 баш умарта тота.
Әйткәндәй, Фәрүәз Сәрүәр улы үҙе лә бүләктәр тапшырырға ярата. Йыл һайын Яңы йыл айҡанлы һөт тапшырыусыларына бүләктәр биреп байрам кәйефе бүләк итә.
Тағы ла ике бүләк отоусыбыҙҙы – Балаҡатай районы Түбәнге Үтәш ауылынан Динә Сабирйәнованы һәм Балаҡатай районы Билән ауылынан Мәрзиә Ғәлләмованы редакцияла көтөп ҡалабыҙ. Үҙегеҙ менән паспорт, ИНН, СНИЛС кеүек документтарығыҙ булһын. Бүләкте яҡындарығыҙҙың да килеп алыуы мөмкин.
Белешмәләр өсөн телефон: 8 (34798) 3-37-46.
Читайте нас: